Өлеңдер сөздерi / текст песни
Elvin Grey - Elvin Grey - Тыуган ягыма кайтам! | Текст песни

23.06.2023
38
*Elvin_Grey - http://vk.com/elvingrey

1. Йылдар үтһә лә, һыуҙар аҡһа ла,
Көтәлер һаман, ғәзиз еркәйем.
Ел-ямғырҙарҙа, ҡар-бурандарҙа
Тыуған яҡтарға һуҡмаҡ эҙләйем.

Ышаныс менән һиңә атлайым,
Ғәзиз еремә, йылға - күлдәргә.
Һинән яҡыныраҡ ерҙе белмәйем,
Һары һағышҡа нисек түҙәргә.

Ҡушымта:

Тыуған тупраҡ тарта,
Ҡайтам, һиңә ҡайтам...
Ҡайтам,мин,ҡайтам,
Тыуған яғыма.
Тыуған яғыма ҡайтам!

2. Ҡабул ит мине, тыуған еркәйем,
Һиңә ҡайтамын йыраҡ илдәрҙән.
Бәхет тапманым мин сит-ят ерҙәрҙә,
Йәш тамсылары минең күҙҙәрҙә.

Ышаныс менән һиңә атлайым,
Ғәзиз еремә, йылға - күлдәргә.
Һинән яҡыныраҡ ерҙе белмәйем,
Һары һағышҡа нисек түҙәргә.

Комментарии: