Өлеңдер сөздерi / текст песни
Дервиш Хан - Дервиш Хан - Шулай бул | Текст песни

23.06.2023
69
Нисек барһың шулай бул
Оҡшама бүтәндәргә.
Теләгәндә иркәләп ал,
Әрләгең килһә әрлә.

Һағынғанда-һағындым тип
Һырыл муйындарыма.
Донъяларыңды онотом
Ял ит ҡуйындарымда.

Шатланғанда шарҡылдап көл
Хәсрәтең булһа ҡайғыр.
Үҙең янһаң һин минелә
Ялҡының менән яндыр.

Нисек барһың шулай бул
Ҡыланма ҡыландырма
Төҙ юлда ла борғолана
Бары тик йылан ғына.

Һағынғанда-һағындым тип
Һырыл муйындарыма.
Донъяларыңды онотом
Ял ит ҡуйындарымда.

Шатланғанда шарҡылдап көл
Хәсрәтең булһа ҡайғыр.
Үҙең янһаң һин минелә
Ялҡының менән яндыр.

Комментарии: