28.05.2026
9
иренемә бәхет нуры ҡунды,
күҙҙәремдә һөйөү осҡоно.
иңдәремдә гүйә ҡанат үҫте,
йөрәгемдә һөйөү ялҡыны.
икәүләшеп бергә кисергәнбеҙ
мөхәббәттең ялҡын-уттарын.
йыһандарҙа йондоҙ атылғанда
һөйөүемә ғүмер юраным.
ҡарашыңда бары тик наҙ ғына
йылмайыуың миңә төбәлгән.
мөхәббәтең миңә илһам бирә,
бар йырҙарым тыуа һөйөүҙән.
(Гөлнур Ҡыуатова)

Комментарии